Бөгөн"Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана

Бөгөн"Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана

Бөгөн Өфөлә "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Программа буйынса беренсе көндә Йәштәр симфоник оркестры сығыш яһай.

«Симфоник төн» «Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә үтә.  Быйыл концертта урындағы музыканттар менән бер рәттән әлеге көндә бөтә Рәсәйҙә уңышлы эшләүсе,  танылған сәнғәт оҫталары Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Гөлнара Вәлиева, виолончелсы Рөстәм Хәмиҙуллин, флейтасы Инна Фоменко һәм башҡалар ҡатнаша.

Әйткәндәй, фестивалде бөтә донъя ҡарай ала. Сараның рәсми сайтында онлайн-трансляция алып барыла. Артабан, шәмбегә тиклем, милли кейемдәр парады, "Этнотөн", Ҡурайсылар фестивале, "Уйна, гармун" байрамы һәм башҡа саралар уҙғарыласаҡ.

Концерт ғәҙәттәгесә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы Өфө амфитеатрында ҡуйыласаҡ (Конгресс-Холл эргәһе).

Концерт киске 20.00 башлана, инеү бушлай.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb