Башҡорт халҡының атаҡлы һәм данлыҡлы улдарының береһе Заһир Исмәғилевтың тыуыуына - 100 йыл. Билдәле композитор, Советтар Союзының халыҡ артисы, күп һанлы дәүләт премиялары лауреаты Заһир Ғариф улы Исмәғилев 1917 йылдың 8 ғинуарында хәҙерге Белорет районы Сермән ауылында донъяға килә. Атаҡлы музыкант, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәренең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү тураһында Республика башлығының указы бар. Юбилей саралары 2016 йыл дауамында үтте. Улар иҫәбендә музыканттарҙың халыҡ-ара конкурсы, фәнни- ғәмәли конференция һәм башҡалар бар.
Атаһы улының урмансы булыуын теләй. Заһир бала саҡтан урман эшен белеп үҫә, буш ваҡытында ҡурайҙа уйнай. 20 йәш тулғанда, Өфөнән артистар килгәнде ишетеп, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консеваторияһының башҡорт төркөмөнә уҡырға инә.
2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында вафат була.
Заһир Исмәғилев- башҡорт классик операһына нигеҙ һалыусы, сәнғәт өлкәһендә музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм белем биреү системаһына оло өлөш индергән шәхес.
Гүзәл Багаева