Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, күренекле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Лариса Абдуллина, күренекле яҙыусы, тәржемәсе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Факил Мырҙаҡаев Миәкә районында бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты.
Уларҙы ырыҫлы Миәкә районының хакимиәт башлығы Ришат Аҡтуғанов, Мифтахетдин Аҡмулла музейының директоры, яҙыусы Фәнис Янышев, райондың Мифтахетдин Аҡмулла премияһы лауреаттары ҡаршы алды. Тәүҙә Сәфәр ауылындағы мәктәптә балалар менән осрашыу ойошторолдо, һуңынан ҡунаҡтар Аҡмулланың музейына юл тотто. Унда мәғрифәтсебеҙҙең һәйкәленә сәскәләр һалынды, экспозициялар менән таныштырылды. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының 2-се урта мәктәбендә лә аралашыу бик йәнле барҙы. Рәшит Зәйнуллин балаларға “Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе” проекты тураһында һөйләһә, Лариса Абдуллина менән Факил Мырҙаҡаев үҙ әҫәрҙәрен уҡынылар, уларға теләктәрен еткерҙеләр, балаларҙы ҡыҙыҡтырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Һуңынан район мәҙәниәт йортонда был сараларҙы йомғаҡлаған күркәм кисә үтте. Быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияға йырсы һәм композитор Вәкил Мурзин лайыҡ тип табылды.