Бөйөклөгөң беҙҙең йөрәктә

Бөйөклөгөң беҙҙең йөрәктә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналған кисәләр дауам итә. Был йәһәттән, Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан 13 – сө китапханала байрам кисәһе үтте.

Китапханасы Зөһрә Марат ҡыҙы Мөхәмәтова әҙиптең биографияһына байҡау яһап, уның ғаиләһе, тормошо, ижады хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе.

Назар Нәжми шиғырҙары үҙенсәлекле, моңло булғанғалырмы, композиторҙар уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад итеүе күптәргә мәғлүм инде. Әммә Рим Хәсәнов яҙған « Ҡышҡы романс» һәм «Өфө йүкәләре» бигерәк тә популярлыҡ яулап, яратып тыңлаған йырҙарға әйләнә. Әлбиттә, кисәгә килгән уҡыусылар ҙа был йырҙарҙың яҙмаһын ҙур кинәнес менән тыңланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb