Бөйөклөгөң һинең ябайлыҡта, Салауат!

Бөйөклөгөң һинең ябайлыҡта, Салауат!

Уға шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары – шағир, журналист, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева премиялары лауреаты Хәсән Назар, «Башҡортостан» гәзите журналисы, яҙыусы-сатирик Венер Исхаков, телевидение академигы, тележурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури премиялары лауреаты, Журналистар союзы ағзаһы Шәүрә Ғилманова, Салауат Нәзир улының әсәһе Мәрйәм Хәлил ҡыҙы, туғандары, дуҫтары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары килгәйне. 
Байрамса биҙәлгән тамаша залына килеп инеү менән, 
Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарынан ике-дүрт юллыҡтар яҙылған плакаттар иғтибарҙы йәлеп итте. 

Йөрәгем–ҡара һауыты,
Уйҙарым – осло ҡәләм, - тигән юлдар уның ижадының бар булмышын асып бирә кеүек. Ысынлап та, тик шағир ғына ошолай йөрәккә үтеп инерлек образлы, матур итеп әйтә ала. Салауат Әбүзәр менән осрашыуҙың тәүге өлөшөндә уҡыусылар уның шиғырҙарын уҡыны, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. 

Килгән ҡунаҡтарға һүҙ бирелгәс, иң тәүҙә ҡотлау менән Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова сығыш яһап, «Бәләкәй генә Таш-Аҫты ауылы беҙгә оло йөрәкле шиғриәт Гулливеры бирҙе. 17 йәшендә үк шиғырҙар баҫтыра башлаған Салауатты бөгөнгө көндә үҙ һүҙен ҡыйыу яңғыратҡан революционер шағир тип әйтә алам»,-тине.

Шағир Хәсән Назар һүҙен Салауат Нәзир улының әсәһе Мәрйәм апайға арнап әсә тураһындағы шиғырҙан башланы. «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һымаҡ бөйөктәр менән бер рәттән халыҡ араһында шиғырҙары мәҡәл-әйтемдәргә әйләнгән тапҡыр һүҙле шағир ул Салауат Әбүзәр. Ижадсының кемлеген белгең килһә, тыуған яғын барып күр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Салауаттың тыуған яғы һоҡланғыс матур, күңеле кеүек. Миңә – 75, уға - 50 йәш тулһа ла, ул минең иң ышаныслы дуҫым да. Уның бала сағынан бирле һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуын яҡшы беләм. Шуға ла бөйөк рәссам Куинджиҙың альбомын бүләк итәм», - тип, Салауатҡа арнап яҙылған «Бер миҙгелдә» шиғырын уҡыны. Уның: 
«Бер миҙгелдә беҙҙең тыуған көндәр...
Килер йылдарҙы ла йырҙарҙа беҙ
Ҡаршылаһаҡ ине бергә-бергә”, - тигән юлдары алҡыштарға күмелде. 
Юбилярҙы ҡотлау өсөн сәхнәгә күтәрелгән Венер Исхаҡов та уның төрлө яҡлап һәләтле булыуын әйтте. "Әгәр шағир булмаһа, Салауаттан бына тигән рәссам, йә шөһрәтле артист сығыр ине. Республикабыҙҙың төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылған пьесаларына халыҡ эркелеп йөрөй. Күп кенә гәзит-журналдарҙа эшләп, үҙ ҡултамғаһын ҡалдырған һәләтле журналист та ул”, - тине һәм ижади уңыштар теләне. 
Имәндәш ауыл хакимиәте исеменән эштәргә идара итеүсе Илфат Үтәгәнов, мәктәп директоры Рәсих Муллашев, ауыл ветерандар советы рәйесе Салауат Түзбәков шағирҙы ҡотлап йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. 
Осрашыуҙы алып барыусылар Рәмилә Мәхмүтова менән Рәзилә Зөбәйҙуллина шағирға Фәүзиә Ҡотлогилдина бағышлап ижад иткән шиғырҙы уҡығас, шағирҙың ижадына, тормошона ҡағылышлы фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла бик күп мәғлүмәт менән бүлеште. Мостай Кәрим «Салауат ҡабатланмаҫ образдар аша донъяны үҙенсәрәк аса», тип уның ижадына юғары баһа бирә. Шағирә Айһылыу Ғарифуллина «Һиңә Хоҙай Тәғәлә шундай һутлы, тапҡыр тел биргән – башҡорт телен, шуға мең шөкөр! Беҙ бәхетле халыҡ һиндәй шағиры булғанға», тип һоҡланыуын йәшермәй. Татарстанда йәшәүсе билдәле шағир Марат Кәбиров «Һеҙ Өфөлә нисек күрәһегеҙҙер, ә беҙ Ҡазандан башҡорт шиғриәтен Салауатҡа ҡарап баһалайбыҙ. Ул – юғары», ти. «Кешелек донъяһындағы етешһеҙлектәрҙе, йөрәк әрнетерлек күренештәрҙе ҡыҫҡа, әммә аңлайышлы итеп бик оҫта яҙа беләһегеҙ. Күңелдәрҙе өйкәгән мәсьәләләр тураһында һеҙҙең үткер ҡәләм осонан уҡый алабыҙ. Бик күптәр уйлап та әйтә алмағанды ябай тел менән һеңдерә әйтә беләһегеҙ бит һеҙ», - тип яҙа Ғәле Түләбаев.
Кисәнең һуңғы өлөшөндә юбилярҙы әсәһе, ағаһы, туғандары йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәре менән ихлас ҡотланы, емешле ижад, сәләмәтлек, "ғүмерҙең был миҙгеле бер туҡтап йырлап алыу ғына булһын, тағы ла илле йыл йәшәргә яҙһын һиңә, Салауат!” тип оҙон ғүмер теләп, матур бүләктәрен бирҙе. Имәндәш ауылы ағинәйҙәре аллы-гөллө сәхнә кейемдәре менән байрамға йәм өҫтәп шағирҙы ҡотлап, матур бейеү бүләк итте.
Салауат Әбүзәр ошондай күркәм осрашыу уҙғарғандары өсөн яҡташтарына, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйткәндән һуң, теләүселәр менән бергә иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты. 
Шиғыр тыңлап, ләззәтле хис-тойғоларға сумып, илһам, дәрт алып таралышты был осрашыуҙан барыһы ла. 

Сығанаҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/3435-byklg-ine-yabaylyta-salauat.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb