Бөрйән районында билдәле башҡорт батыры, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар батыр Иҫәкәев иҫтәлегенә стела асылды. Сара ысын рух байрамына әүерелде, Бөрйәндән генә түгел, бар Башҡортостандан күп ҡунаҡтар йыйҙы.
Таҡтаташты асыу идеяһын тәү башлап күтәреп сыҡҡан бер төркөм руханиҙар Алдар батыр рухына аят бағышланы.
"Ҡөрьәндә әйтелгән, һеҙ уларҙы үлгән тип әйтмәгеҙ, улар шәһит киткән. Алдар батыр үҙе йәшәгән дәүерҙә халыҡты берләштереүсе көс булып торған. Аллаға шөкөр, уның рухы тыуған еренә ҡайтты. Алдар батыр - ул халҡыбыҙға бирелгән бәрәкәт, тоғролоҡ", - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште стеланы, кәшәнәне бойомға ашырыуға төп көс һалған йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Килдин.
Алдар Иҫәкәевкә стела асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та ҡатнашты.
"Был сара район ғына түгел, республика кимәлендәге байрам. Алдар батырҙың тормошона күҙ һалһаҡ, уның ғүмер юлы ике йүнәлешкә бүленә: беренсеһендә Алдар Иҫәкәев тормошон батшаға, илгә, дәүләткә хеҙмәт итеүгә, икенсе йүнәлешендә үҙен халҡына бағышлай. Тап халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡыла. Алдар батырҙың һыны үҫеп килгән балаларыбыҙҙа илһөйәрлек тәрбиәләһен ине. Мин бәләкәй саҡта уны Бөрйән ырыуы батыры ғына тип уйлай торғайным, инде үҫкәс, уның тотош башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, милли батырыбыҙ булыуына инандым", - тине ул һәм кәшәнәне бойомға ашырған бер төркөм ир-егеттәргә район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара Бөрйән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең моңло сығыштарына үрелеп барҙы, аҙаҡ көллө халыҡ Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы" төркөмөнөң, "Арғымаҡ"тың, Альберт менән Хаят Исмаилдең концертын ҡарап кинәнде.
Автор: Айгөл Йәмилева