Бөрйән районында “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә осрашыу үтте

Бөрйән районында “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә осрашыу  үтте

Бөрйән районында бер нисә көн дауамында “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә осрашыуҙар үтте. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев етәкселегендә баш ҡала ҡунаҡтары – яҙыусы һәм шағирҙар – Зөфәр Вәлит, Миләүшә Ҡаһарманова, Марат Әминев, Рәсүл Сәғитов, Рәшит Зәйнуллин һәм урындағы ижадсылар – Айһылыу Ғарифуллина, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Булат Усманов мәктәп уҡыусылары һәм талантлы балалар алдында сығыш яһаны.

Әҙиптәр иң тәүҙә Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары менән аралашты. Бында Зәки Әлибаев билдәле шағирә Айһылыу Ғарифуллинаны юбилейы менән ҡотланы һәм уға Яҙыусылар союзының Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ бөтә ғүмерен балаларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева ла Яҙыусылар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Байназар урта мәктәптәрендә лә балалар менән бик ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтте. Яҙыусылар балаларға әҙәбиәт һәм ижад серҙәрен асты, ә йәш ҡәләмдәштәре уларҙы үҙҙәренең яҙғандары менән таныштырҙы, йыр-моң бүләк итте. Әлбиттә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙеләр. Әбделмәмбәт мәктәбендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин уҡытыусы һәм яҙыусы Миңнур Ҡасимоваға “Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсының дипломын тапшырып үтте. “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сараларынан әҙиптәр ҙә, йәш ижадсы балалар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb