Бөрйән районында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо

Бөрйән районында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо. Бишенсе һәм алтынсы класс уҡыусылары яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәевтең тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, күргәҙмәгә ҡуйылған китаптарын ҡараны. Айырыуса “Бөркөт һауала үлә” повесының йөкмәткеһе менән ҡыҙыҡһындылар. “Ҙур оркестр” әҫәрен ҡысҡырып уҡып, аҙаҡ уның буйынса фекер алышыу уҙғарылды. “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар!” балалар күңеленә тәрән үтеп инде, уйландырҙы. Китапханала Лермонтов поэзияһы көндәре лә файҙалы, мауыҡтырғыс үтте. Балалар әҙиптең тормошо хаҡында һөйләне, шиғырҙарын яттан һөйләне, викторинала ихлас ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb