23 декабрҙә Бөрйән районының район мәҙәниәт һарайында муниципаль шыршы байрамы үтеп, унда район мәктәп, баҡсаларынан иң шәп, талантлы, тырыш йөҙҙән ашыу бала йыйылды.
Инде матур йолаға әйләнгән был сараға йыйылған балалар иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Була улы Шәриповтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, уларҙың байрам айҡанлы ҡотлау сығыштарын тыңлап кинәнде. Район мәғариф бүлегенең методика кабинеты Р.Ғүмәрова сарала ҡатнашыусыларға муниципаль шыршы байрамының тарихын бәйән итте.
Артабан район мәҙәниәт һарайы әртистәре әҙерләгән “Әтәстең Яңы йыл мажаралары” исемле театрлаштырылған тамаша балаларҙы башкөллө үҙенә йәлеп итте. Үткән йыл хужаһы Маймылдың, киләһе йылда ла ерҙә хакимлыҡ итеүгә дәғүә итеп, шыршыны бикләп балаларҙы байрамһыҙ ҡалдырырға , тип ҡорған мәкере киләһе йыл хужаһы Әтәстең, юҡ-барҙан иреш сығарырға ғына торған Ҡарышлауыҡтарҙың, сос ҠУяндың, етеҙ Карлсондың, Тылсымсының ярҙамы менән юҡҡа сыҡты – Яңы йыл байрамы бына тигән килеп сыҡты.
Ҡупшы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, төрлө ярыштарҙа көсөн һынаны, йыр-моңға, бейеүгә, шиғырға маһирлығын күрһәтте байрамға йыйылған балалар. Йомарт Ҡыш бабай менән ҡупшы Ҡарһылыу уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы, теләк-алғыштарына күмде.
Сығанаҡ: “Таң” гәзите, А.Рәжәпова