Бөрйән районында “Тамаша-2019” фестивале үтте

Бөрйән районында “Тамаша-2019” фестивале үтте

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте. Февраль – март айҙарында уҙған сарала урындағы мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Ошо көндәрҙә фестивалдең һөҙөмтәләре иғлан ителде. I дәрәжә диплом менән Ҡотан мәҙәниәт йорто коллективы бүләкләнде. “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында Аҫҡар ауылынан Буранбай Аҫылғужинға етеүсе булмаһа, Ырғыҙлынан Нәфисә Әйетова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Призлы урындарҙы яулағандар иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән бүләкләнде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb