Бөрйән районында “Урал батыр” бәйгеһе үтте

Бөрйән районында “Урал батыр”  бәйгеһе үтте

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә төп призды Ишембайҙан Гөлсәсәк Шәрипова менән Учалынан Ләйсән Золоторева бүлеште. Конкурста йөҙҙән ашыу йәш сәсән быйыл да тамашасыларҙы һүҙ оҫталығы, телһөйәрлеге менән таң ҡалдырҙы.

"Урал батыр" эпосы башҡорт халҡының тел тамырын, рухи көсөн һаҡлаған иң ҙур мәҙәни ҡомартҡыларҙың береһе. Ҡобайырҙың тарихи ерлегәндә - Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында үткән бәйгелә быйыл да йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың күптәре конкурста тәүге тапҡыр көс һынашмай. Гран-при яулаусылар Ишембай районы ҡыҙы Гөлсәсәк Шәрипова менән Учалы районынан Ләйсән Золотарева "Урал батыр" эпосынан өҙөктәрҙе төндә уятып һораһалар ҙа яттан һөйләй ала.

Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, йәш быуындың сәсәнлек һәләтен үҫтереүгә, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға йүнәлтелгән бәйге ҡуйылған маҡсатына иреште. Быйыл сәхнәләштереүҙең күбеһе жюри ағзаларына алдан уҡ Интернет аша ебәрелгән. Заманса алым йәш сәсәндәрҙең әҙерлеген баһалап дөйөм һығымта яһарға ярҙам итте.

Жюри рәйесе- Розалия Солтангәрәева әйтеүенсә,

20 йыл буйы "Урал батыр" ҙы һөйләп беҙ тел ҡотҡарҙыҡ, рух ҡотҡарҙыҡ, көс-ҡеүәт ҡайтарҙыҡ. Быйыл балаларҙы күпме һөйләй ала, шунса тыңлау мөмкинселлеге булды. 46 баланы һөйләттек. Элек-электан эпосты һөйләгәндә туҡтатыу булмаған.

Йылдан-йыл балаларҙың "Урал батыр"ҙы аңлау тәрәнлеге көсәйеүе мине ныҡ ҡыуандырҙы. Ишембай районы, Дәүләкән, Ейәнсура, Белорет райондарынан бик көслө сығыштар булды. Улар эпосты тулыһынса - 4556 юлды ятлап килгәндәр. Һәм ҡайҙан һорайһың шул урындан һәүетемся, тыныс итеп, кәрәгенсә персонаждарҙы күрһәтеп сығыш яһанылар, ти Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы.

Быйыл айырыуса башҡарыу оҫталығына, тасуири уҡыуға, декорация-костюмдарға иғтибар юғары булды. Башҡортостандың 30 районынан һәм 6 ҡалаһынан килгән йәш сәсәндәр образдарға инеп уйнап тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе быйыл ХХ тапҡыр уҙғарылды. Мәртәбәле ярышта майҙан тоторға сыҡҡан Һомай кеүек сая ҡыҙҙар, Уралдай ҡыйыу егеттәр араһынан иң көслө йәш сәсәндәр призлы урындар яуланы. Юбилей конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар Башҡортостандың ауыҙ-тел ижадын мәңгеләштереүгә үҙҙәренең дә ҙур өлөшөн индерҙе. Киләһе йылға бәйгегә килергә янып торған балалар яңы маҡсаттар менән таралышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb