Бөрйән районынында «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең бәйгеһе уҙа

Бөрйән районынында «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең бәйгеһе уҙа

28 июндә Бөрйән районының «Ағиҙел» һауыҡтырыу-тәрбиә биреү лагерында 20-се тапҡыр  «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең бәйгеһе уҙа.

Конкурстың маҡсаты: ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу .

Конкурстың республика этабы 2 турҙан тора. Унда ҡатнашыусылар беренсе турҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй, ә икенсеһендә фольклор коллективтар эпос йәки башҡа эпик хикәйәт өҙөгөн сәхнәләштерә.

Бәйгелә 56 уҡыусы һәм 25 фольклор коллективының сығыш яһауы көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb