Бөрйән районында “Милләтебеҙ рухы- биҙәктә” тип аталған конкурс- күргәҙмә үтте. Атамаһынан күренеүенсә, унда милли кейемдәр, төрлө биҙәүестәр менән танышырға мөмкин булды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, 50 ҡатын-ҡыҙ йәмғеһе 70-ләп эш тәҡдим иткән. Гран-приға Әбделмәмбәт ауылынан селтәр бәйләү оҫтаһы Хәсифә Ибәтуллина лайыҡ булды, беренсе урынды уның ауылдашы Зәкиә Муллағорлова яуланы, тип белдерҙе ойоштороусылар.