Бөрө ҡалаһында Александр Пушкиндың ижадына арналған фестиваль ойошторолдо

Бөрө ҡалаһында  Александр Пушкиндың ижадына арналған фестиваль ойошторолдо

 Бөрө ҡалаһында ойошторолған был әҙәби сара быйыл икенсе тапҡыр ғына уҙғарыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төбәктә йәшәүселәр араһында был конкурс популярлыҡ яулап та өлгөргән. Быйыл “Етенсе маршрут” әҙәби берекмәһе ҡаланың мәҙәниәт бүлеге менән берлектә үткәргән фестиваль урыҫ шағиры Александр Пушкиндың ижадына арналды. Биш номинацияла ҡаланың йәштәре, студенттары, Өфөнән, Нефтекаманан, Асҡын районынан килгән ижадсылар әҙәби оҫталыҡ буйынса һынау тотто. 

“Пушкиндың шиғырҙарын яттан һөйләү”, “Пушкин хаҡында башҡа шағир шиғыры”, “Пушкинға минең бағышлау”, “Минең ижадым”, “Пушкиндың шиғырын Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемә итеү” буйынса ике сәғәт дауамындағы ярышта тотош зал А. Пушкин шиғриәтенә генә түгел, осорона сумғандай булды. Тамаша төрлө йылдарҙа төшөрөлгән һүрәттәр һәм видеорәттәр менән биҙәлеп барҙы. Был күренеш йыйнаҡ залды йәнә лә бер уйлы, бер ғәмле, бер шиғри йәнле итте. 

Беренсе тапҡыр республикала урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә буйынса ла һүҙ алып барылды. Был хаҡта шағирә Гүзәл Ситдиҡова менән фекер алышып, тәржемәләребеҙҙе уҡып ишеттерҙек. Киләсәктә был фестивалдә тәржемәләргә айырым урын бүленәсәк, тине сараны ойоштороусыларҙың береһе, шағир Александр Хватков. Шулай итеп, “Пушкиндың шиғырҙарын яттан һөйләү” буйынса – Мария Салина, “Пушкин хаҡында башҡа шағир шиғыры” буйынса – Дарья Шишко, “Пушкинға минең бағышлау” номинацияһында – Владимир Котельников, “Минең ижадым” ярышында Яна Савицкая беренсе урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Янаның шиғырҙары яңы образдары, яңы табыштары менән һоҡландырып ҡына ҡалманы, ул шиғырҙарҙы тасуири уҡый белеүе менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Асҡын районынан килгән Руслан Әмировтың “Пушкин тере” шиғыры ла баһалама ағзалары тарафынан ҡыҙыҡлы тип табылды. Роман Дәүләтшин С. Есениндың “Пушкинға” шиғырын шундай тәрән тетрәнеү менән уҡыуы залдағыларҙың күңеленә ике шағирҙың да ауазын еткергәндәй булды. 
Киләһе йыл да ойоштороласаҡ был сара. Йәштәр, әүҙемерәк булығыҙ! Әҙәбиәт асманы һеҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр аса!

Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/26720-etense-marshrutty-pushkin-tutalyshy.html

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb