Бөрө ҡалаһында «Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проектында ҡатнашыусылар сығыш яһаны

Бөрө ҡалаһында «Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проектында ҡатнашыусылар сығыш яһаны

Бөрөлә "Балалар балаларға - беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" хәйриә проекты сиктәрендә республиканың йәш йондоҙҙары мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында концерт менән сығыш яһаны. Күләмле сарала Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Ил президенты Грантына ла лайыҡ булған «Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проекты сиктәрендә Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре - йәш музыканттар йыл дауамында Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында концерттар ойошторасаҡ.

Башҡортостанда Владимир Спиваков фонды директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин әйтеүенсә: “Проект бер йылға иҫәпләнгән. Декабргә тиклем барлыҡ Башҡортостанды урап сығырға ине. Талантлы балалар командаһы төбәктең тәжрибәле педагогтары менән ҡала-райондар буйлап сәхәйәт ҡыласаҡ. Уларға Мәскәү дәүләт консерваторияһы, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы белгестәре ҡушылып, сәнғәт мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторасаҡ”.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb