Бөрө ҡалаһында йәшәгән Галина Абукаева Бәйләнештә сәхифәһендә Фольклориадаға билет отҡан

Бөрө ҡалаһында йәшәгән Галина Абукаева Бәйләнештә сәхифәһендә Фольклориадаға билет  отҡан

Бөрө ҡалаһында йәшәгән Галина Абукаева Фольклориаданың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә үткәрелгән конкурста сараны асыу тантанаһына билет отҡан. Әйткәндәй, уның ҡыҙы ошо байрамда ҡатнаша: "Маски" ансамблендә сығыш яһай.

"Минең өсөн икеләтә шатлыҡ һәм ысын мөғжизә! Ҡыҙым сығыш яһаясаҡ сараны асыу сараһына билет оттом. Фольклориада бөтә республика өсөн ҙур байрам булһа, беҙҙең ғаиләбеҙгә ғүмер буйына матур иҫтәлек булып ҡаласаҡ!" - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан еңеүсе.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb