Иртәгә, 17 декабрь көнө, Бөрө ҡалаһында Рәсәй кино йылын ябыу тантанаһы үтәсәк. 2016 йылда төшөрөлгән яңы ике тулы метражлы фильмдың трейлеры күрһәтелеүе көтөлә.
Танылған режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Булат Йосопов «Бабич» тарихи фильмы һәм Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» лирик комедияһы тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Фильмдарҙы республика Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранттарына «Йәнле таҫма» һәм «АсҡарФильм» кинокомпаниялары төшөргән.
«Бабич» исемле яңы тулы метражлы нәфис фильм бөйөк башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, тәүге башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Картинала 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәләрендә барған тарихи ваҡиғалар сағылдырыла. Кинотаҫма күбеһенсә Өфөлә төшөрөлгән. Баш ҡалала иҫтәлекле урындар аҙ ҡалһа ла, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы ижади төркөмгә үҙ биналарын тәҡдим иткән. Интерьерҙар, костюмдар һәм реквизиттар менән Башҡорт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге йорт - музей, «Любизар» 1-се башҡорт полкы» хәрби-тарихи клубы ярҙам ҡулы һуҙған.
Билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың “Әсә”, “Еңмеш”, “Пилорама” фильмдары башҡорт кино сәнғәтендә ҙур яңылыҡ һәм үҫешкә табан яһалған оло аҙым булды. Киләһе күрһәтеләсәк фильм «Өфөнән һөйөү менән» лирик һәм романтик комедияһы мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тураһында.
Автор: Гүзәл Багаева