Бөрө ҡалаһында БДУ-ның филиалында бөйөк шәхесебеҙ, төрки донъя ҡатындарынан беренсе роман яҙған, милләт яҙмышнамәһендә яҡты эҙ ҡалдырған Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған саралар үткәрелде.
Күренекле яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән ойошторолған “Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Бөрө ҡалаһында бөйөк яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған конференция сиктәрендә үтте. I урынға яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина лайыҡ тип табылһа, II урынды яҙыусылар Фәрзәнә Аҡбулатова менән Гөлнара Мостафина, III урынды Айгиз Баймөхәмәтов, Мансур Һиҙиәтов, Зөһрә Бәшәровалар бүлеште. Ә ике дәртләндереү призына Миңнур Ҡасимова менән Гөлдәр Бүләкбаева лайыҡ булды. I урын өсөн конкурс еңеүсеһенә 20 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралһа, II урын өсөн 15 мең һум, III урын өсөн 10 мең һум тапшырылды. Дәртләндереү призына лайыҡ булыусылар 5 мең һум күләмендә аҡсалата бүләккә эйә булды.
Бүләкләү тантанаһына Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафин килгәйне. Шулай уҡ сарала Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры Салауат Усманов, Бөрө районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы педагогика факультеты деканы Винер Усманов, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директорының ғилми эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Александр Пономарев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бөрө район-ара төбәк ойошмаһы Советы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы инженер-технология факультеты деканы Винер Ғәниев, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы доценттары Гөлнур Ҡасҡынова менән Ғәлиә Ғәниева ла ҡатнашты. Хужалар был күркәм сараны бик матур ойошторғандар икәне күҙгә ташланды. Гүзәл Ситдиҡова поэмаһы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтының Ғабдулла Ғиләжев исемендәге уҡыу театры тарафынан ҡуйылған “Һәҙиә” пьесаһы ла бөтәһенең дә күңеленә хуш килде (сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – БР атҡаҙанған артисы, профессор Хөсәйенова Земфира Хәмзә ҡыҙы). Шулай уҡ ҡунаҡтар бөйөк башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның һәйкәленә сәскәләр һалыуҙа ла ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы аҡсаһын тулыһынса ошо мөһим конкурсты ойоштороуға һәм еңеүселәрҙе бүләкләүгә йүнәлткән күренекле шағирә Гүзәл Ситдиҡоваға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.