8 июлдә Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын нығытыуға тос өлөш индергән өсөн “Ата-әсә ҡаһарманлығы” һәм “Әсәлек даны" миҙалдарын тапшырҙы.
Тантана башланыр алдынан Радий Хәбиров Бөрөнөң үҙәк майҙанында ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙы, уйын зоналарын һәм һөнәрселәр күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Йәш рәссам Анастасия Димкова Башҡортостан Башлығына “Һөйөү” тигән картинаһын бүләк итте. БДУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусыһы Рафаэль Сатиев Радий Хәбировҡа урындағы рәссамдарҙың ҡалала изге Петр менән Февронияға һәйкәл ҡуйыу башланғысын тәҡдим итте. Республика етәксеһе был тәҡдимде хуплап сыҡты. Ҡорама оҫтаһы Наталья Самойлова республика Башлығына рус халҡының боронғо йолаһын тергеҙеүе тураһында һөйләне.
Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостан халҡының милли кейемдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәттеләр.
Байрам программаһына ярашлы Бөрөнөң үҙәк майҙанында “Ғаилә – тылсымлы тормош символы” фестивале булды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
“Минән һәм ҙур ғаиләмдән сәләмәтлек һәм именлек теләктәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙ матур, изге һәм һоҡланғыс республикала ҡыуанып, рәхәтләнеп йәшәһен, балалар тәрбиәләһен өсөн бар көсөбөҙҙө йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла республика халҡын күркәм байрам менән ҡотланы. Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова үҙенең сығышында Башҡортостан халҡын тәбрикләп, ғаилә ҡиммәттәре илде нығыта, заман һынауҙарын уңышлы үтергә ярҙам итә, тип белдерҙе. Ә Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесенең халыҡ-ара эштәр буйынса урынбаҫары, күп тапҡыр Олимпия чемпионы, донъя чемпионы Ирина Роднина ғаиләнең әһәмиәтен билдәләне. Дәүләт Думаһы депутаты, журналист Тимофей Баженов иһә быйылдан башлап байрамдың рәсми статусҡа эйә булыуын хәтергә төшөрҙө.
Байрам республиканың сәнғәт оҫталары концерты һәм артистар ғаиләһе Виктор Рыбин менән Наталья Сенчукованың сығышы менән тамамланды.