Бөрөлә “Мин яратам һине, тормош!” фестиваленең һуңғы һайлап алыу этабы үтте

Бөрөлә “Мин яратам һине, тормош!” фестиваленең һуңғы һайлап алыу этабы үтте

Башҡортостанда оло йәштәгеләр араһында “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә. Ижади конкурстың зона этабы Архангель районында уҙғарылды, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Архангель райондарынан, Межгорье, Сибай ҡалаһынан һәүәҫкәр артистар ҡатнашты.

Кисә, 22 майҙа “Яратам һине, тормош” фестивале Бөрө ҡалаһында  үтте. Сарала ошо төбәктәге райондар ҡатнашты. Башҡортостанда хаҡлы ял йәшендәгеләр араһында бындай конкурс йыл һайын уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар йыр-бейеү маһирлығын күрһәтә, шулай уҡ ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторола. “Яратам һине, тормош” фестивале 7-сегә ойошторола.

 Һайлап алыу этаптары ете зонала ойошторолдо. Бөрөләге тамаша – һуңғы һайлап алыу этабы. Һәр төбәк еңеүселәренең Гала концерты Оло йәштәгеләр көнөнә арнап, октябрҙә Өфөлә уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb