Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт ғаиләһе көнө» тип исемләнгән интернет-конкурсын иғлан итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт ғаиләһе көнө» тип исемләнгән интернет-конкурсын иғлан итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт ғаиләһе көнө» тип исемләнгән интернет-конкурсын иғлан итә. Мәғлүм булыуынса, 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан; халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, йолаларҙы тотҡан, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы ғаиләләрҙе ошо конкурста ҡатнаша ала.

2017-2018 йылдарҙа «Матур ғаилә – ил ҡото» һәм «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе – 2019» конкурсында ҡатнаша алмай. Ғаиләләр тураһында 3-5 минутлыҡ видеояҙмаларҙы 2019 йылдың 27 февраленә тиклем конкурстың рәсми төркөмөнәҡуйырға кәрәк.

Еңеүсене жюри билдәләй. Төп бүләк – телевизор. Интернетта иң күп «лайыҡ» йыйған, йәғни тамашасы һөйөүен яулаған өлгөлө ғаиләне лә матур бүләк көтә. Еңеүсе ғаилә һәм иң күп «лайыҡ» йыйған ғаилә тураһында мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмөндә баҫыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb