Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итә

Башҡорт теле көнө алдынан "Социаль видеоролик һәм плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән конкурс иғлан ителде.

Эштәрҙең Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә башҡарылыуы мөмкин. Шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһындағы видеояҙмалар ҙа ҡабул ителә. Теләге булғандар тәржемә өлкәһендә көсөн һынап ҡарай ала. Тәржемәгә әҫәрҙе ойоштороу комитеты тәҡдим итә. Был конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй, уҡыусылар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» тигән темаға инша конкурсы ҡаралған. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен, башҡорт телендә донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләргә мөмкин. Төркөм менән инсценировкалар күрһәтергә лә була. Интернет-конкурстарға килгән эштәрҙе жюри баһалай, еңеүселәр 14 декабрҙә Өфөгә фестивалгә саҡырыла. Конкурстар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми төркөмдә ҡарағыҙ: https://vk.com/event173052782". 

Ижади эштәр 1 декабргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Бәйләнештә социаль селтәрендә “Башҡорт теле көнө” йәки “Ҡоролтай” төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ошо уҡ көндө Өфөлә үтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb