Башҡортостан Хөкүмәте рәсми сайты хәбәр итеүенсә, 1 июндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документта Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының ҡарарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы 2020 йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу хоҡуғына эйә булыуы билдәләнә. Указға ярашлы, уны үткәреү урыны Өфө буласаҡ. Халыҡ-ара сара ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә булыуы менән бәйле Рәсәй Хөкүмәтенә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырырға йөкмәтелде. Ул иһә үҙ сиратында төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш. Указ менән Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу менән бәйле сығымдар федераль ҡаҙнала Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ҡараған бюджет ассигнованиелары сиктәрендә финансланасағы билдәләнгән. Башҡортостан Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙе һәм уны уҙғарыуҙы тәьмин итеү, шул иҫәптән ошо маҡсатҡа Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһының бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә сығымдарҙы финанслау буйынса саралар ҡабул итергә тейеш. Документҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә һәм уны уҙғарыуҙа ҡатнашырға кәңәш ителгән. — Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа һәм Азия тоташҡан республикала үтәсәге ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара ҡушылыуы Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, ә бөтә донъя халыҡтарын берләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, үҙ рухи йолаларының күркәм һәм үҙенсәлекле булыуын асыҡлап, кешеләр мәҙәни тормошон байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы ҡарар Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлек, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үҫешенә, шуның менән Рәсәй берҙәмлеген нығытыуға ла индергән өлөшөн баһалау ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара кимәлендәге ҙур сараларҙы уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан ошо яуаплы бурысты, һис шикһеҙ, үтәй аласаҡ. Белешмә өсөн: Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттә сарала 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша. Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе – 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне. 2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙасағы иғлан ителде.