Бөтә донъя фольклориадаһында Башҡортостан вәкилдәре

Бөтә донъя фольклориадаһында Башҡортостан вәкилдәре

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-төркөмө Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша. 27 июлдән 17 авгусҡа тиклем төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре Мексикаға йыйыла. Башҡортостан артистары Сакатекас һәм Мехико ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙән Пермь крайы коллективы ла бар.
Ғәскәровсыларҙың бер сәғәтлек программаһында алтын фондҡа ингән 10-ға яҡын башҡорт милли бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк. Башҡортостан артистары Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми асыу тантанаһында, ҙур халыҡ ижады фестивале барышында күп кенә концерттарҙа сығыш яһаясаҡ.
Һуңынан Бөтә донъя фольклориадаһы эстафетаһы 2020 йылда сараны ҡабул итәсәк Башҡортостан делегацияһына тапшырыла. Дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған ҙур фольклор фестивале планетаның төрлө мөйөштәренән бөтә сәнғәт вәкилдәрен бергә туплаясаҡ.
«Мексика өсөн әҙерләгән программаны тәүҙә Өфө тамашасыһына күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Концерттар 15 һәм 16 июндә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында уҙа», — тип хәбәр итте Ғәскәров исемендәге ансамблдең директоры Филүс Ҡаҙаҡбаев.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb