Бөтә донъя театр көнөнә арнап Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын” исемле капустникка саҡыра

Бөтә донъя театр көнөнә арнап Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын” исемле капустникка саҡыра

27 март көнө, Бөтә донъя театр көнөнә арнап Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын” исемле капустник тәҡдим итә.

Әлеге ваҡытта Театр көнөнә әҙерлек ҡыҙыу бара, артистар үҙҙәренең үҙенсәлекле сценарийҙары буйынса репетициялар ойоштора һәм тамашасы менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.
 
Бына 20 йыл тирәһе Милли йәштәр театры Театр көнөн ошо формала билдәләй. Театр тамашаларын ҡуйыу тураһында беренсе булып беҙҙең эраға тиклем 2500 йылда телгә алына, Мысыр сәхнәһендә Осирис алланың тарихы сәхнәләштерелә. Беҙҙең театр артистары иһә, мифологияға бирелмәй генә был байрамда үҙ тамашасыһын сатирик миниатюралар һәм еңел, шаян сәхнәләштереүҙәр менән ҡыуандырмаҡсы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb