16-17 июндә Башҡортостанда Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр сәсәндәр конкурс-фестивале уҙа.
Сара Мәскәүҙән, Красноярскиҙан, Ҡырғыҙ Республикаһынан һәм Үзбәкстандан башҡарыусыларҙы бер майҙанға йыя. Башҡортостан Республикаһы исеменән республиканың өс ҡалаһынан һәм 18 районынан балалар һәм йәштәр сығыш яһай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше - 5-тән 25-кә тиклем.
Сығыштарҙы Башҡортостандың күренекле сәсәндәре, билдәле ғалимдары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалаясаҡ. Конкурс жюрийына Ҡырғыҙ Республикаһының "Манас" һәм Сыңғыҙ Айытматов милли академияһы президенты, яҙыусы, сәсән, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы Талантаалы Баҡчиев етәкселек итә. Талантаалы Алымбәк улы - «Манас» эпосы трилогияһын һөйләүсе танылған сәсәндәрҙең береһе.
Сәсәндәр бәйгеһенең йомғаҡлау өлөшө Бөрйән районында үтәсәк.
16 июндә сара сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында конференция үтәсәк.
Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге» фольклорҙы үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы.