Бөтә Рәсәй «Башҡортостан таланттары» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Бөтә Рәсәй «Башҡортостан таланттары» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

2 мартта Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән  V бөтә рәсәй «Башҡортостан таланттары» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы үтә. Сара талантлы балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың квалификация кимәлен күтәреү һәм тәжрибә алмашыу маҡсатында үткәрелә.

Конкурсанттар вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр һәм мода театры номинацияларында ҡатнашырға саҡырыла.

Конкурста ҡатнашыр өсөн 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр түбәндәге номинацияларға ғариза бирә ала: вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр һәм мода театры. Ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Конкурс 08.00 сәғәттә «Химиктар» мәҙәниәт һарайында (Өфө ҡалаһы, Беренсе Май урамы 47) үтәсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән положениела танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb