Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутында Өфө ҡалаһы ла бар

Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутында Өфө ҡалаһы ла бар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө Бөтә Рәсәй театр марафоны маршрутына индерелгән. Саралар Волга буйы федераль округы театрҙарында 20 апрелдән 6 июнгә тиклем уҙғарыла.

Бөтә Рәсәй театр марафоны 2019 йылдың 18 ғинуарында Владивостокта башлана. Марафонда ҡатнашҡан театрҙар һаны 93-тән кәм түгел, саралар һаны — 700-ләгән. Марафон ноябрҙә Калининградта тамамлана.

Театр марафоны ваҡиғалары онлайн режимында күрһәтелеп бара. Уны илебеҙҙәге 30 миллионға яҡын кеше ҡарай ала. Мәҙәниәтте, спортты һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Павел Степанов ошо хаҡта хәбәр итте.

Театрҙың икенсе төбәккә сәфәре барышында уның репертуарынан иң яҡшы спектаклдәр күрһәтелә, фотокүргәҙмәләр, билдәле актерҙарҙың, режиссерҙарҙың һәм театр етәкселәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бынан тыш, Театр йылы символы тантаналы рәүештә илдең 85 төбәге буйлап күсеп йөрөргә һәм Театр марафонын асыу тантанаһында округтың билдәле театр эшмәкәрҙәренә тапшырылырға тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb