XIV Чебоксар халыҡ-ара кинофестиваленең этник һәм төбәк киноһы конкурсында "Иң яҡшы оператор эше" өсөн "Аннаға" призы "Гильза" фильмы өсөн (режиссёр - Динара Әбдрәшитова, Башҡортостан Республикаһы) Владимир Егоровҡа бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Гильза" ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы IV Башҡорт дебютанттар питчингы еңеүсеһе һәм 500 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Проект Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһынан да ярҙам алды. Динара Әбдрәшитова Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһы "Караташ" балалар хоккей командаһының ысын тарихы буйынса фильм төшөрә.
Фильмдың продюсеры - Айнур Асҡаров, ул Мәскәү белгестәре: оператор Владимир Егоров һәм сценарист Айҙар Аҡмановты саҡырҙы. Ҡуйыусы-рәссам һәм костюмдар буйынса рәссам - Әлиә Хансен. Кинола тәүге тапҡыр композитор сифатында билдәле актёр Эмиль Әмиров сығыш яһаны.
XIV Чебоксар халыҡ-ара кинофестивале Сыуашстандың баш ҡалаһында уҙҙы. Сара барышында тамашасылар этник һәм төбәк киноһы менән таныша алды. Конкурста илдең 9 төбәгенән 17 фильм тәҡдим ителде.