Чегем тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәрим исеме бирелә

Чегем тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәрим исеме бирелә

“Юлдаш” мәғләүмәт радиоһы хәбәр итеүенсә, Ҡабарҙы – Балҡар республикаһындағы Чегем тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәрим исеме бирелә. Ҡыуаныслы яңылыҡты Кавказ республикаһының яҙыусылар берлеге ағзаһы Кәншәүбей Мизиев белдергән.

 Ҡабарҙы-Балҡар халҡының шағиры Ҡайсын Кулиев исемен йөрөткән тау түбәһе бар. Ике шағир тормошта ла дуҫ булды. Хәҙер йәнәш торған тауҙар ҙа улар исемен йөрөтәсәк", -тине ул.

Ҡайсын Кулиев—  Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры. Ҡайсын Кулиевтың шиғырҙарын башҡорт шағирҙары Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Сафуан Әлибай һәм Шәриф Бикҡол тарафынан тәржемә ителгән. 1971 йылда уның «Яралы таш» исемле шиғырҙар йыйынтығы Өфөлә башҡорт телендә донъя күрҙе. Уның тормошо һәм ижады тураһында Мостай Кәрим «Шағир донъяһы», Назар Нәжми «Таш һәм йөрәк» исемле мәҡәләләр яҙған.

Мостай  Кәримдең  әҫәрҙәре  тиҫтәләгән  телгә  тәржемә  ителгән.   Башҡортостанды  ғына  түгел, унан  ситтә  лә яратып  уҡыйҙар, ихтирам  итәләр. Ҡайсын  Кулиев: “Әгәр  мин Башҡортостан  тураһында  Мостай  Кәримдең  китаптарынан  башҡа  китап  уҡымаһам, Мостайҙан  башҡа  бер  башҡортто  ла  күрмәгән  хәлдә лә, мин  Башҡортостанды һәм уның халҡын  беләм,  тип  иҫәпләр  инем…”, - тип  яҙа.

Ҡайсын Кулиев тураһында яҙғанда йыш ҡына: «Беҙ Ҡайсын менән уның тыуған ерҙәренән тауҙар аша үткәндә…» — тип башлап китеүсәндәр. Дөрөҫ, Кавказдың экзотикаһы ғүмер-ғүмергә кешеләрҙең күңелен үҙенә тартҡан, ҡайһы бер шағирҙарҙы бөйөк шағир итеүҙә лә уның ҙур роль уйнауы сер түгел, ләкин ул ваҡытта күптәр Кавказға ҡунаҡ булып бармағандар. Бына хәҙер Ҡайсындың тыуған ерендә, уның йортонда булмаған дуҫтары юҡ шикелле. Мәҫәлән, беҙҙең Мостай Кәрим бер шиғырын: «Чегем шарлауығын бүләк итте миңә Ҡайсын», — тип башлап китә. Минеңсә, был шиғыр Мостай Кәрим тарфынан уйлап сығарылмаған, дөрөҫөрәге, уйлап табылмаған, ә тормош үҙе биргән шиғыр, Ҡайсын бүләк иткән шиғыр. «Чегем шарлауығын бүләк итте миңә Ҡайсын…» Ҡалай ул Ҡайсындың натураһын, уның күңелен, уның бөтә барлығын кәүҙәләндерә! Тормошта ла, шиғриәттә лә йомарт күңелле шул ул” тип яҙып ҡалдырған Назар Нәжми.

 Барлыҡ ғүмерен Баш­ҡортостанға арнаған шағир һәм бөйөк шәхес, тарих бите­нән юйылмаҫ әҫәрҙәр ҡалдырған ижадсы исемен мәңгеләштереп Чегем тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәрим исеме бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы хәбәр.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb