Черниковкала билдәле йырсы Земфираға арналған граффити барлыҡҡа килде

Черниковкала билдәле йырсы Земфираға арналған граффити барлыҡҡа килде

Билдәле рок-музыкант Земфираның бала һәм йәшлек йылдары үткән йорттоң тышҡы яғында һүрәт барлыҡҡа килде. Унда гитара, аҡ сәскәләр һәм йырсының портреты төшөрөлгән. 

Хрущев заманында төҙөлгән йорттоң тышҡы яғында яҙыуҙар ҙа бар - миллиондарса кеше күңелен яулап, хитҡа әйләнгән композицияларҙан өҙөктәр килтерелә. Ҡылһыҙ гитара эсендә иһә артистың йөҙөн күрергә мөмкин. Рәссамдар граффитиға ҙур идея һалған.

Рәссам Олег Кайбышев бер төркөм коллегалары менән граффити аша йырсының исемен мәңгелләштерергә була. Был торлаҡтың бишенсе ҡатында Земфираның бала һәм үҫмер сағы үткән. Унда ул ата-әсәһе менән туҡһанынсы йылдар аҙағына тиклем йәшәгән. Фатир күптән инде һатылған. Хәҙер Ушаков урамындағы, 46-cы йортта башҡа милекселәр йәшәй. Әммә был биләмәлә айырыуса атмосфера һаҡлана.

Әйткәндәй, торлаҡтың беренсе ҡат стенаһында буш урын да ҡалдырылған. Фанаттар ҙа килеп, бында Земфираға рәхмәтен һүрәт аша белдерә ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb