Cиләбе ерендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә.
Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейск һәм Сосновка райондарында әле ҡумыҙ, ҡурайҙа уйнау, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара.
Саралар 5 апрелдә Силәбе ҡалаһында оло байрам менән тамамлана. Унда Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Ҡоролтай етәкселеге һәм журналистарҙан торған делегация ҡатнаша.
Программала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш, башҡорт йәмәғәт ойошмаларының конференцияһы, күргәҙмәләр һәм Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе концерты ҡаралған.