CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡайҙа уҙғарыла?

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡайҙа уҙғарыла?

2021 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәге буласаҡ. Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта ла сығыш яһаясаҡ:

Үҙәк ФО (5 июль - Салауат ҡалаһы, 6 июль - Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Нуриман районы, 7 июль -Октябрьский ҡалаһы, 8 июль - Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары, 9 июль - Ишембай ҡалаһы һәм Благовещен районы).

Төньяҡ ФО (5 июль - Мишкә районы, 6 июль - Ҡариҙел районы, 7 июль Борай районы, 8 июль - Асҡын районы).

Төньяҡ-көнбайыш ФО (5 июль - Дүртөйлө ҡалаһы, 6 июль - Яңауыл районы, 7 июль - Тәтешле районы, 8 июль - Нефтекама, 9 июль - Илеш районы);

Көнсығыш ФО (5 июль - Әбйәлил районы , 6 июль - Бөрйән районы, 7 июль - Учалы ҡалаһы, 8 июль - Сибай, 9 июль - Белорет).

Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусылар парады әҙерләгән. Концерт программалары open-air форматында уҙа. Инеү ирекле, ләкин битлектә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb