Цойҙың йырҙары башҡортса яңғыраясаҡ

Цойҙың йырҙары башҡортса яңғыраясаҡ

Йәш шағир Мөнир Иҡсанов Виктор Цойҙың йырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеп, йыйынтыҡ сығарған. Әйткәндәй, 21 июндә «Кино» рок төркөмө етәксеһе Виктор Цойға 60 йәш тулған булыр ине.

Йыйынтыҡ «Йырлап ҡара минең менән бергә» тип атала. Мөнир Иҡсанов һәр юлдың өҫтөнә гитара өсөн аккордтарҙы ла яҙған. Автор үҙе гитара класы буйынса музыка мәктәбен тамамлаған.

- Йыйынтыҡ өҫтөндә йылға яҡын эшләнем. Уға 19 йырҙың тәржемәһе ингән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, шиғри ритмды һаҡлау иң ҡатмарлыһы булды,- ти шағир.

Мөнир Иҡсанов Учалы районының Миндәк ауылында йәшәй, 7-се Миндәк мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2019 йылда ул «Йөрәк һүҙе» республика шиғри бәйгеһендә йыл шағиры тип табылды. Ауылды тергеҙеү, урбанизация һәм мәктәптәрҙе ябыу тураһындағы шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырмағайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb