Дәүләкән Мәҙәниәт йортонда сәсәндәрҙең беренсе ултырышы үтте

Дәүләкән Мәҙәниәт йортонда сәсәндәрҙең беренсе ултырышы үтте

Күптән түгел Дәүләкән Мәҙәниәт йортонда сәсәндәрҙең беренсе ултырышы уҙғарылды. Был сарала Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Олеся Әхмәтрәхимова, “Аҡмулла нәсихәттәре” сәсәндәр бәйгеһендә мәртәбәле урын яулаған, халыҡ - ара сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыусы сәсәниәләр Зөләрәм Снигерева, Минзәлә Халилова, Юлиә Йәһүҙина, «Гәүһәр» ансамбле, бик күп мәҙәни сараларҙың сценарий авторы Рәйзә Әхмәтрәхимова, башҡорт гимназияһы директоры Рәйлә Давлетова,ҡобайыр һәм мөнәжәт башҡарыусы Гөлүзә Әхмәҙиева, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

Байрамды мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов асты. Ул район мәҙәниәт йортонда сәсәндәр мәктәбен асыу тураһында тәҡдим керетте.
Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы, уның күп варианттары булыуы тураһында һөйләне. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын пропагандалау маҡсатында,район кимәлендә конкурс, байрам үткәрергә тәҡдим итте.
Зөләрәм Снигерева һәм Юлиә Йәһүҙина тамашасыларға “әйтеш” менән сығыш яһанылар, нәсихәттәрен әйттеләр. Минзәлә Хәлилова «Әсә нәсихәте», Кемерово ҡалаһында янғында һәләк булған балаларға арналған бәйетен һөйләне.Дәүләкән районының ер-һыу атамаларын йыйып китап сығарырға тигән тәҡдим яһаны. Гөлүзә Әхмәҙиева думбырала уйнап, «Башҡортостан» ҡобайырын йырлап ишеттерҙе.
Быйыл республикала Ғаилә йылы, Баласаҡтың ун йыллығы иғлан ителде. Шул сараға арнап Юлиә Йәһүҙина, билдәле шағирә , Башҡортостан яҙыусылар ағзаһы Лариса Абдуллина шиғырына көй яҙған. Улар “Гәүһәр” ансамбле менән бишек йырын сәхнәләштереп, бик оҫта башҡарҙылар, был сығыш һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Рәйзә Әхмәтрәхимова үҙенең сығышында, йолалар, ғөрөф ғәҙәттәрҙе үҫтереү буйынса үҙенең яҙмаларын, сценарийҙарын тәҡдим итте.
Түңәрәк өҫтәл бик ҡыҙыу барҙы. Һәр ҡатнашыусы үҙҙәренең теләктәрен, уй-фекерен әйтеп ҡалырға тырышты, пландар ҡоролдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb