Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа театрҙарҙың матди хәлен яҡшыртыу, абруйын күтәреү, актерҙарҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу, спектаклдәргә күберәк тамашасы йәлеп итеү мәсьәләләре темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.
Йыйылышы-Ҡоролтайҙа театр мәсьәләһеТүңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, йәмғиәттә мәҙәни-ағартыу, тәрбиәүи эштәр алып барыу йәһәтенән театрҙарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Сәнғәт өлгөһө халыҡта мәңгелек ҡиммәттәр, әхлаҡ нормаларын һаҡлап киләсәк быуынға тапшырыусы ла. Ләкин әлеге осорҙа театрҙар заман талаптарына яраҡлаштырыу, ҡануниәт яғынан да камиллаштырыуҙы талап итә.
Башҡортостан театрҙар һаны буйынса Рәсәй төбәктәрендә тәүге урында. Республикала халыҡ-ара кимәлдә бихисап фестивалдәр, конкурстар үтә. Ҡуйылған спектаклдәр, актерҙар тотош ил кимәлендә танылыу ала. Илдә тәүгеләрҙән булып театр эшмәкәрлеген үҫтереү тураһындағы закон ҡабул ителә. Ләкин әлеге ваҡытта ҡануниәт заман талаптарына яраҡлаштырыуҙы талап итә, тине парламент рәйесе Константин Толкачев.