Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә.
Был юлы ижади төркөм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡонашаҡ, Сосновка, Красноармейск райондары, Миәс ҡалалаһында сығыш яһаған. Төбәк тамашасыһына «Далан» эстрада төркөмө ижады яҡшы таныш. Уларҙың концерттарын был яҡтарҙа һәр саҡ көтөп алалар. Силәбе ҡалаһында ҙур уңыш менән тамаланған гастролдәр быға асыҡ дәлил.
«Далан» төркөмөнөң сығыштарын һәр ерҙә ихлас ҡабул иттеләр. Башҡортостан артистарына ябай тамашасылар ҙа, коллективтың ижад кимәлен юғары баһалаған профессионалдар ҙа һәм музыка тәнҡитселәре лә үрә баҫып алҡышланы.
Урал Федераль округы буйынса Башҡортостан Республикаһы вәкиле Амур Хабибуллин, был гастролдәр башҡорт йыр-моңон үҙ итеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, ә матур хәтирәләр ҡалдырып, киләсәк быуанда милли рух тәрбиәләүгә, телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе, тип билдәләп үтте.