«Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә

«Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә

 Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә.

Был юлы ижади төркөм Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашып, йырлы-моңло программаларын бүләк итте. Гастролдәр 31 октябрҙән алып 10 ноябргә тиклем  дауам итте. Әйтергә кәрәк, «Далан»дың концерттарын был яҡтарҙа һәр саҡ көтөп алалар. Муравленко, Ноябрьск, Радужный, Түбәнге Сортым, Ханты-Мансы, Лянтор, Сорғот, Федоровский, Лангепас ҡалаларында ҙур уңыш менән тамаланған гастролдәр быға асыҡ дәлил.  

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмөндә бөгөн эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Миңзифа Исҡужина (йыр), Филүс Ҡалмурзин (йыр), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Искәндәр Ғәзизов (йыр), Редик Сәғитов (нәфис һүҙ), Татьяна Мутафи (бейеү) ижад итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb