21 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында “Далан” йәштәр эстрада төркөмө сығыш яһай. Танылған коллектив үҙенең “Донъя матур” исемле яңы концерт программаһын тамашасыға тәҡдим итәсәк.
Белеүебеҙсә, “Далан” республикабыҙҙа иң уңышлы төркөмдәрҙең береһе. Ул Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә популярлыҡ яуланы. Артистар йыш ҡына Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск һәм башҡа өлкәләргә гастролдәргә сыға.