21 апрель Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” йәштәр эстрада төркөмө сығыш яһаны. Танылған коллектив үҙенең “Донъя матур” исемле яңы концерт программаһын тамашасыға тәҡдим итте.
Концертты йәш профессиональ төркөм - «Йатаған» этник төркөмө асып ебәрҙе. Уларҙың композияларын тыңлап тамашасылар боронғо башҡорт музыка ҡоралдарының сихри моңона сорналды. Шул иҫәптән, программаға тамашасылар яратып өлгөргән, өр-яңы вокаль һәм хореографик композициялар инде. “Далан” төркөмө солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Минзифа Исҡужина башҡарыуындағы “Саҡырмасы кәкүк”, “Ел ҡапҡа” йырҙары ла тамашасыны битараф ҡалдырманы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Ҡалмурзин һәм халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизовтарҙың сығыштары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне. Йәш талантлы ҡурайсы, «Далан» төркөмө артисы Илнур Һибәтуллиндың ҡурай моңдарын тамашасы кѳслѳ алҡыштарға күмде. Дәртле бейеүҙәркисәнетулыландырҙы,биҙәне. Концерт тамашасы күңеленә хуш килде.
Әле күп йылдар башҡорт фольклорына һәм халҡыбыҙ көйҙәренә заманса балҡыш биреп, сәхнәләрҙе шаулатарға яҙһын, «Далан»дар!