112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы – БР Мәҙәниәт министрлығының Республика Хәрби Дан музейы дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы филиалы “112-се Башҡорт кавалреия дивизияһының Электрон Архивы”н төҙөң буйынса проект ғәмәлгә ашырыла башлауы хаҡында иғлан итә.
Проекттың төп маҡсаты – 112-се башҡорт кавалреия дивизияһы яугирҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплау. Проекттың тәүге этабы 2017 йылдың 23 апреләнән 30 нояберән тиклем ғәмәлгә ашырыла. Икенсе этабы сиктәрендә Музей базаһында 2017 йылдың декабрь – 2018 йылдың февраль айҙарында “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы халыҡ хәтерендә” тигән экспозиция бүлеге төҙөләсәк.
Мәғлүмәттәрҙе электрон архивҡа индереү өсөн түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. йәки “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә - https// vk.com/ musei112d.