Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы

Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы

Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы хөрмәтенә Дағстан Республикаһының Табасаран театры Бөйөк Ватан һуғышына арналған спектаклдең премьераһын тәҡдим итте. Спектакль башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнгән.

Спектакль өсөн Башҡортостандан ижади төркөм саҡырылған. Инсценировканың режиссеры һәм авторы – Салауат башҡорт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина. Ҡуйыусы рәссам – Антон Бледных. Спектаклдә композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың музыкаһы ҡулланыла. Хореограф – Инна Даргаева.

“Спектакль өҫтөндә эшләү иҫ киткес мауыҡтырғыс булды! Коллективтың профессионаллеге һәм һәр хеҙмәткәрҙең күңел матурлығы ижад өсөн уңай шарттар тыуҙыра. Театр етәкселегенә һәм Дағстан Мәҙәниәт министрлығына төбәктәребеҙ араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәргә булышлыҡ иткәне өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Дағстан сәхнәһендә Мостай Кәрим әҫәре буйынса спектакль ҡуйыу яуаплы һәм абруйлы эш булды. Ҡасандыр Мостай Кәрим һәм Рәсүл Ғамзатов, ике бөйөк шағир, халыҡтарыбыҙ дуҫлығына башланғыс һалған. Уларҙың шиғырҙарын мин әҫәрҙең инсценировкаһына бәйләнем. Халыҡтарыбыҙ араһында был дуҫлыҡтың нығыныуын теләйем. Театр һәм тамашасыларҙың беҙҙең эште лайыҡлы баһалауы ҡыуаныслы”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша режиссер Лиана Ниғмәтуллина.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә ҡуйылған.

Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb