Милли уйын ҡоралдары оркестрының удожество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында үткән конкурста "Халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын үҫтереү" номинацияһында III дәрәжә лауреат булды.
Бөтә Рәсәй музыка конкурсы - илдең иң сағыу музыкаль ваҡиғаларының береһе. Конкурс өс турҙа үтте. Финалға бөтәһе 4 ҡатнашыусы сыҡты. Конкурстың һуңғы этабы Н.П. Осипов исемендәге Милли академия халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнашлығында уҙҙы.