Донъя фоторәссамдары Башҡортостан тәбиғәтен данлай

Донъя фоторәссамдары Башҡортостан тәбиғәтен данлай

Башҡортостанда бөгөн "Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт" тип аталған фотоакцияға старт бирелә. Хәҙер инде 26-сы тапҡыр уҙғарылған сара беҙҙең республиканы донъяла киңерәк танытыу маҡсатында ойошторола. Акцияға ярашлы, Башҡортостанда төрлө илдәрҙән бер йөҙҙән ашыу фотограф булды. Быйылғы программа 2020 йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлеккә бағышланған. Иран, Израиль, Италия, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Молдова фоторәссамдары, шулай уҡ Рәсәйҙең 4 төбәгенән ҡунаҡтар бер аҙна эсендә Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын районында булып, иң матур урындарын фотоға төшөрәсәк.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb