16 - сы йыл рәттән уҙғарылып килгән был фестиваль бик матур бер йолаға әйләнде. Конкурс ике турҙан тора: « Халыҡ йыры» һәм «Эстрада йыры». Конкурстың шарттары түбәндәгесә: ҡатнашыусылар дүрт әҫәр башҡарырға тейеш - башҡорт халыҡ йыры, башҡорт композиторының эстрада йыры, татар халыҡ йыры, татар композиторының эстрада йыры.
Бәйгелә 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклем үҙешмәкәр йырсылар үҙ көсөн һынай ала. Конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге үҙешмәкәр башҡарыусылар менән бер рәттән музыкаль урта махсус белем биреү уҡыу йорттарында уҡыусы 1-2 курс студенттарына ла бирелә.
Сит илдән ҡатнашырға теләүселәргә ситтән тороп һайлап алыу туры ҡаралған. Ҡатнашырға теләк белдереү өсөн ағымдағы йылдың 10 октябренә тиклем түбәндәге электрон адресҡа тултырылған заявка һәм фонограмма(ике яңы йыр) ебәреү мотлаҡ. Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
Быйылғы йылдың фестиваль программаһы бик бай булмаҡсы, мастер-класстар уҙғарыу, ҡатнашыусылар араһында “Дуҫлыҡ кисәһе” кеүек саралар үткәреү ҡаралған.