«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин

«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин

Рәсәйҙә иң оҙаҡ эшләп килгән «Мелодия» тауыш яҙҙырыу компанияһы «Дуҫтар» ансамбленең джаз композициялары альбомын һанлы фороматта сығарыуы хаҡында иғлан итте. 1988 йылда MEL CO 1657 каталог һаны аҫтында донъя күргән пластинканы хәҙер Яндекс Музыка, Apple Music, Звук кеүек төрлө музыкаль платформаларҙа тыңларға мөмкин.

Альбомдың һанлы төрө көйҙәрҙең тулыһынса тергеҙелгән яңғырашынан тора һәм Рәсәй джаз сәхнәһе тарихында беленерлек эҙ ҡалдырған «Дуҫтар» коллективының музыкаль мираҫы өсөн яңы һулыш аса.

«Дуҫтар» ансамбле Өфөлә 1978 йылда саксофонсы Марат Юлдыбаев етәкселегендә ойошторолған. Коллектив үҙенең ижад юлын эстрада-бейеү музыкаһынан башлаған һәм башҡорт композиторҙары, йырсылар менән хеҙмәттәшлек иткән. Шулай ҙа «Дуҫтар»ҙың ижадында үҙәк урынды джаз биләгән. Коллективтың үҙенсәлекле композициялары үҙ заманында СССР-ҙың ғына түгел, ә сит ил тыңлаусылары араһында ла танылыу тапҡан.

Альбомда «Дуҫтар»ҙың джаз менән халыҡ музыкаһын уңышлы берләштереүе сағыла. Композицияларҙың байтаҡ өлөшөн Марат Юлдыбаев яҙған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb