Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Дубай ҡалаһында урынлашҡан күп милләтле мәктәптәрҙең береһендә яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән. Һәр яҙ һайын мәктәп ихатаһында 80-дән ашыу илдең флагы елберҙәй - был мәктәп уҡыусыларының милли составы төрлөлөгө билдәһе. Халыҡ-ара көнөндә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға үҙ иле, йолалары тураһында һөйләү, милли кейемдәрен, йыр-бейеүҙәрен күрһәтеү, милли аш-һыу менән тпаныштырыу мөмкинлеге бирелә.
Байрам ғәҙәттә илдәрҙең ҙур һәм сағыу парады менән тамамлана.
Быйыл ватандаштарыбыҙ – ошо мәктәп уҡытыусыларының күргәҙмәһе иң сағыуҙарҙың береһен булды. Уларға был яуаплы эштә башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы жюрийы ағзаһы Сәлимә Усманова һәм халыҡ сигеү оҫтаһы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалсыһы Ғәбиҙә Вәлиева ярҙам иткән – башҡорт милли кейемдәрен әҙерләп ебиргән.
Элиза Килдейәрова менән Лилиә Бабаджан байрамда ҡатнашыусыларға республикабыҙ хаҡында һөйләгән һәм уның мәҙәниәте, тарихы менән таныштырған. Уларҙың һөйләүенсә, башҡорт милли кейемдәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уятҡан.
«Төбәгебеҙҙең презентацияһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт. Бик күп ыңғай баһа алдыҡ. Балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр республикабыҙҙа үҙенсәлекле мәҙәниәттең һәм халыҡ йолаларының һаҡланып ҡалыуына һәм үҫтерелеүенә хайран ҡалды. Халыҡ-ара көндөң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, сөнки ул айырым мәктәп миҫалында донъяның төрлөлөгөн һәм шул уҡ ваҡытта берҙәмлелеген күрһәтә», - тип билдәләне ватандаштарыбыҙ.