13 – 16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй лидерҙары» халыҡ-ара хореография конкурсы уҙҙы. Уның маҡсаты – һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, Рәсәйҙең мәҙәни традицияларын һаҡлау. Дыуан районынан конкурста «Күстәнәс» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Афарин» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе – Лилиә Әликәева) ҡатнашты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Күстәнәс» халыҡ бейеү ансамбле триоһы (Рәзиә Ғималова, Лилиә Әликәева һәм Әлфиә Ибраһимова) «Халыҡ бейеүе» номинацияһында номинацияһында I дәрәжә дипломына һәм «Рухи мираҫты һаҡлаған өсөн» номинацияһында бүләккә лайыҡ булды.
«Афарин» өлгөлө бейеү ансамбле шулай уҡ «Халыҡ бейеүе» номинацияһында – I һәм «Стилләштерелгән халыҡ бейеүе» менән «Эстрада бейеүе» номинацияларында II урындарҙы яуланы.