Дыуан районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сара үтте

Дыуан районында  Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сара үтте

Күптән түгел Дыуан районы Арый ауылында, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сара үтте. Билдәле яҙыусылар Әмир Әминев, Фәнил Күзбәков, Хисмәт Юлдашев ҡатнашты.

Тимер Йосоповтың тыуған ауылы Үрге Әбсәләмдә элекке йорто һаҡлана. Сара барышында халыҡ шағирына китапханала музей эшләргә кәрәк, тигән фекерҙәр әйтелде.

Арый ауылы ағинәйҙәре, балалар матур-матур бейеүҙәр күрһәтте, Тимер Йосоповтың шиғырҙарын һөйләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb