Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Джут» Мәскәүгә юллана!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 ноябрь 2016
«Джут» Мәскәүгә юллана!
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Джут. Һуңғы йәйләү" спектакле "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының "Маска плюс" программаһына инде.
« Бер кешенең үлеме – фажиғә,
миллиондарса халыҡтың һәләкәте – статистика»
Эрих Мария Ремарк «Ҡара обелиск».
«Мин етдимен. Мин дан - шөһрәт ҡаҙаныр, йә ҡоро фекер еткерер өсөн түгел, ә яҙмай булдыра алмағаным өсөн яҙам. Яҙам, сөнки башҡа бер шөғөл дә мин теләгәнсә һөҙөмтәле килеп сыҡмай. Эҙләнеүҙәре, өмөттәре, файҙаһыҙлығы һәм әрнеүҙәре, мөхәббәте һәм көсһөҙлөгө менән миңә кешеләр тормошо бик тә ҡыҙыҡлы. Әлегә асылмаған, төрлө - төрлө «тере» ысынбарлыҡ арбай мине».
Олжас Жанайдаров.
Сығышы менән Ҡаҙағстандан булған Олжас Жанайдаровтың был пьесаһы 35 йәшлек кенә Рәсәй драматургын ғәйәт билдәле иткән әҫәр. Уны күп ерҙә ҡуялар. 6 пьесаһы араһынан «Джут» (Йот) документаль драмаһы, әҫәрҙә 30 - сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда барған ваҡиғалар һүрәтләнгәнгә күрә, тәү нәүбәттә, Ҡаҙағстан театрҙары иғтибарын йәлеп итә. Автор күптән йот хаҡында яҙырға теләгән, сөнки бөгөнгө әҙәбиәттә был темаға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ дәрәжәһендә. «Джут» хәҙер Ҡаҙағстан сиктәрен үтеп Рәсәйҙә лә ҡуйыла. Мәҫәлән, Мәскәүҙең ART и ШОК театрында сәхнәләштерелде. Башҡорт академия драма театры спектакле был исемлектең дауамы.
«Джут» документаль драмаһында бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе - бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан үткәргән Әхмәттең ейәне Ербол менән Мәскәү журналисы Ленаның осрашыуы. Икенсеһе – 1930 йылдарға, Әхмәт менән Сәүленең аслыҡ афәтен кисергән тормошона, Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә.
2017 йылдың яҙында театр коллективы Мәскәүгә юлланасаҡ. Фестивалдең был конкурстан тыш күрһәтелгән спектаклдәр программаһы 2009 йылдан бирле эшләп килә. Был программаға билдәле театр белгестәре, Фестивалдең эксперт комиссияһы ағзалары иң яҡшы тип тапҡан спектаклдәр индерелә, Рәсәй театрҙары менән бер рәттән бында башҡа ил театрҙары ла ҡатнаша. Йыш ҡына шәп спектаклдәр конкурсҡа эләкмәй ҡала, шуға ла был программа бөтә театр киңлектәрен тотошлай килеш күрһәтергә мөмкинселек бирә, ти ойоштороусылар.
Башҡорт театрының Мәскәүҙәге сығышы яҡынса март башына планлаштырылған.
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт академия драма театры сайты
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө